+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2020, 11:08

Донъяла танылыу яуларға тейешбеҙ

“Фән” милли проекты яңы тикшеренеүҙәр үткәреү, асыштар яһау йәһәтенән ғалимдарға ҙур мөмкинлектәр бирә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда милли проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Фән” милли проекты яңы тикшеренеүҙәр үткәреү, асыштар яһау йәһәтенән ғалимдарға ҙур мөмкинлектәр бирә.
– “Фән” милли проекты үҙенә күрә трамплин ролен үтәй, – тип һөйләй фән кандидаты Әсләм Тоҡомбәтов. – Уның нигеҙендә эҙләнеү эштәрен алып бараһың һәм тикшеренеү менән шөғөлләнәһең. Был йәһәттән ярайһы уҡ ҙур сығымдар бүленә. Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, яңынан-яңы тикшеренеү эштәренә тотоноу Рәсәй фәнен алға ебәреүгә һис шикһеҙ булышлыҡ итәсәк.
"Фән" милли проекты киләһе биш йылда алдынғы фәнни базаларҙа Рәсәй ғалимдарының хеҙмәттәрен баҫыуҙы арттырыуҙы, йәш ғалимдар сафын ишәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шулай уҡ Рәсәй дәүләте фәндең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса ТОП-5 исемлегенә инергә тейеш, тигән бурыс та ҡуйыла. Был башланғыстар өсөн бюджеттан тыш секторҙан бүленгән матди ярҙамды 50 процентҡаса арттырыу күҙ уңында тотола. Шулай уҡ илебеҙ етәкселеге ғилем юлына баҫҡан өмөтлө йәштәрҙе үҙебеҙгә йәлеп итеү, йәғни Рәсәйҙә эшкә ҡалдырыу йәһәтенән дә маҡсатлы эштәр алып бара.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас: