+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2020, 16:55

Үлем осрағы теркәлде

Республикала коронавирус менән сирләгәндәр һаны артҡан. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған онлайн брифингта хәбәр иттеләр.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы тәүлектә республикала тағы ике коронавирус йоҡтороу осрағы теркәлеүе хаҡында белдерҙе. Бөтәһе 12 кеше ауырый, 5 сирле тулыһынса һауығып дауахананан сыҡҡан, 103 кеше коронавирусҡа шик менән күҙәтеү аҫтында тотола. Республика клиник дауаханаһында оло йәштәге ҡатындың үлем осрағы теркәлде. Ул ике айҙан ашыу стационарҙа ишемия һәм шәкәр диабетынан дауаланған һәм баш мейеһе шешеүенән вафат булған. Пациенттан коронавирусҡа анализ алына һәм ул ыңғай һөҙөмтә биргән. Шуның өсөн республика клиник дауаханаһы карантинға ябылған, ауырыу менән бәйләнештә булғандар барыһы ла тикшереү үтә. Бындай хәүефһеҙлек сараһын күреү ҡануниәт талап иткән тәртип тип билдәләне министр. Оҙаҡ ваҡыт дауаханала ятҡан кешелә вирус ҡайҙан килеп сыҡҡан, кем уға йоҡторған - осраҡ буйынса тикшереү бара. Уның менән бәйләнештә булған медицина хеҙмәткәрҙәре, туғандары коронавирусҡа тест тапшыра.
Илдәге хәлдәргә килгәндә, Рәсәйҙә һуңғы тәүлеккә ҡарата 1154 яңы осраҡ теркәлгән. Бөтәһе 7497 кеше коронавирус инфекцияһы менән сирләгән: уларҙың 494-е тулыһынса һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа, 58 сирлене вирус аямаған, вафат булғандар.
Читайте нас: