+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2020, 18:55

Кемдәр аҙыҡ-түлек йыйылмаһына хоҡуҡлы?

Дистанциялы уҡыу осоронда Башҡортостандан 85 мең уҡыусы аҙыҡ-түлек йыйылмаһы менән тәьмин ителә.

Аҙыҡ-түлек йыйылмаһы күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән, үҫештәрендә үҙенсәлектәре булған уҡыусыларға бирелә. Роспотребнадзор раҫлаған исемлек буйынса йыйылма ярма, макарон, һут, печенье һәм башҡа төрлө кондитер изделиелары, сәй, какао, һөт, ит, балыҡ консервалары, үҫемлек майы кеүек тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлектәрҙән туплана. Республикала һәр район йыйылманы үҙе әҙерләй.
Аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ике аҙнаға бер тапҡыр бирелә. Ата-әсәләр уны график буйынса мәктәптән килеп ала. Ә ҡайһы бер урындарҙа мәктәп автобусы өйҙәргә илтеп бирәсәк.
#өйҙәяҡшыраҡ
Читайте нас: