+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2020, 17:30

Сирлеләр һаны артты

Бөгөнгө онлайн брифингта республикала коронавирус менән сирлеләр һаны 16 кешегә етеүе хаҡында билдәле булды.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы тәүлектә ҡурҡыныс сиргә тарыусылар һаны ҡырҡа артыуы хаҡында яңылыҡ еткерҙе. Шулай итеп, 8 апрелгә ҡарата 16 сирле теркәлгән, йәғни бер көн эсендә 4 коронавирус осрағы асыҡланған. Тағы 117 кеше күҙәтеү аҫтында. Республикала барлығы 11958 кешегә тест эшләнгән. Ҙур шау-шыу ҡуптарған оло ҡатындың үлем сәбәбе коронавирустан булмауы раҫланды.
Карантинға ябылған республика клиник дауаханаһындағы табиптар һәм ауырыуҙарҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек, уларҙың бөтәһенән дә анализ алынған. Һөҙөмтәләр тулыһынса ошо көндәрҙә билдәле буласаҡ.
Башҡортостан менән сағыштырғанда Рәсәйҙә хәлдәр хөртөрәк. Вирус менән сирләүселәр һаны 8672 кешегә еткән. Уларҙың 580-е тулыһынса һауыҡҡан. 63 кеше үлгән, һуңғы тәүлектә генә 5 кеше вирус арҡаһында вафат булған.
Читайте нас: