Һуңғы тәүлектә Рәсәй буйынса 56 төбәктә коронавирус йоҡтороуҙың 1175 яңы осрағы теркәлгән, 5 кеше вафат булған. Шулай уҡ тәүлек эсендә 86 пациент һауыҡҡан. Дөйөм алғанда әлеге ваҡытҡа 81 төбәктә коронавирус менән зарарланыуҙың 8672 осрағы теркәлгән, 63 кеше вафат булған, 580 кеше һауыҡҡан.
Роспотребнадзорҙың пресс-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта коронавирус инфекцияһына шик булған 180 мең граждан медицина күҙәтеүе аҫтына алынған. Бынан тыш COVID-19 сиренә тикшереү буйынса 910 меңдән ашыу тест башҡарылған.