+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2020, 11:25

«Юл 02» сервисы эш башланы

Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин «Эхо Москвы Уфа» эфирында «Юл 02» сервисының эшләү тәртибен аңлатты.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Унда шәхси транспортта йөрөү өсөн рөхсәт алырға мөмкин. Магазинға, дарыуханаға, медицина учреждениеһына, өлкән йәштәге туғаныңа, баҡсаға ғына барырға була.
Портал 8 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙа эшләй башларға тейеш, тине министр. Тәүҙә теркәлергә, йәшәгән урыныңды һәм автомобиль номерын күрһәтергә кәрәк. Форма сәфәрҙең маҡсатын да һорай. Рөхсәтте автоинспекторға күрһәтеү өсөн ҡағыҙға баҫтырып сығарырға йәки электрон төрҙә һаҡларға мөмкин.
Көнөнә бер тапҡыр 90 минутҡа ғына юлға сығырға рөхсәт ителә.
Сервис асып, властар халыҡтың аҡыллы булыуына һәм үҙ-үҙен тота белеүенә иҫәп тота, тип билдәләне министр. «Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр былай ҙа йөрөй, бер кем дә машиналарҙы тартып алмаған, ләкин был осраҡта кеше үҙизоляция тәртибен боҙа. Сервис быны боҙмаҫҡа мөмкинлек бирә», — тине чиновник.
Читайте нас: