+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2020, 17:00

Изоляция режимын боҙорға ярамай!

Радий Хәбиров бөгөнгө кәңәшмәлә бер кемде лә йәлләмәҫкә ҡушты.

«Бер кемде лә йәлләмәйбеҙ»: Башҡортостанда изоляция тәртибен көсәйтәләр һәм өлкән йәштәгеләр, балалар өсөн комендант сәғәте индерәләр.

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостанда изоляция тәртибен көсәйтергә һәм уны боҙғандарға штраф һалырға ҡушты.

65 йәштән өлкәндәргә - киске сәғәт 6-нан иртәнге 10-ға тиклем, балаларға киске сәғәт 6-нан көндөҙгө 1-гә ҡәҙәр йәмәғәт урындарына барыу тыйыла.

Хәҙер Мәскәүҙән ҡайтҡандар аэропортта йәки тимер юл вокзалында коронавирусҡа тест тапшырырға һәм 14 көн карантинда ултырырға тейеш.
Читайте нас: