-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2020, 11:30

Өҫтәмә социаль ярҙам буласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләр өсөн өҫтәмә социаль түләм тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләр өсөн өҫтәмә социаль түләм тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, бындай айына 5000 һумлыҡ түләмде, 2006 йылдың 29 декабрендәге 256-сы Федераль законға ярашлы әсәлек капиталы алыуға хоҡуҡлы һәм 2020 йылдың 1 июленә тиклем дәүләт ярҙамы алырға тейеш булған ғаиләләр аласаҡ. Пенсия фонды аша апрелдән июнгә тиклем биреләсәк айлыҡ түләм ғаиләнең дөйөм килем иҫәбенә индерелмәй һәм ғаиләнең башҡа төр социаль ярҙам алыуында иҫәпкә алынмаясаҡ. Бындай өҫтәмә алыуға хоҡуҡлы кешеләр 2020 йылдың 1 октябренә тиклеү мөрәжәғәт итә ала.
Читайте нас: