+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2020, 11:00

“Үлемһеҙ полк” өйҙә

Рәсәйлеләргә быйыл халыҡ акцияһын өйҙән үткәрергә тәҡдим иттеләр.

Рәсәйлеләргә быйыл «Үлемһеҙ полк» халыҡ акцияһын өйҙән үткәрергә тәҡдим иттеләр.
Ойоштороусылар Еңеү көнөнә тиклем хатта үҙ аллы изоляция режимы бөтөрөлгән хәлдә лә,урамдарҙа күп кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыуҙан йәки уларҙа ҡатнашыуҙан тыйылырға кәрәклеген билдәләне.
“Үлемһеҙ полк “ сафында урамдан уҙыу урынына Рәсәй халҡы социаль селтәрҙәрҙә #Үлемһеҙполкөйҙә һәм #минеңполкымөйҙә хэштегтары менән ғаиләһенең еңеүгә индергән өлөшө, батырҙары тураһында яҙа ала һәм улар 9 Май онлайн-трансляция аша күрһәтеләсәк.
Рәсәй Президенты В. В.Путиндың указы буйынса, изоляция тәртибе 30 апрелгә тиклем дауам итә. Башҡортостанда был режим әлегә 13 апрелгә хәтлем оҙайтылды.
#өйҙәяҡшыраҡ
Читайте нас: