+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2020, 16:59

Рәсәйлеләр социаль блокка етди иғтибар бирелеүенә шат

Төп законға индереләсәк үҙгәрештәр араһында социаль блоктың мөһимлеген билдәләй Рәсәй халҡы.

Үҙәк матбуғат баҫмалары билдәләүенсә, Конституцияға үҙгәреш индереү тураһында һөйләшеү башланғандан алып, РФ етәкселеге халыҡ именлеген, социаль ярҙам төрҙәрен бөтәһенән дә өҫтөнлөклө итеп билдәләне һәм өҫтәмәләрҙе тап ошо маҡсатта эшләне.
Медицина ярҙамына хоҡуҡлы булыу, пенсияны индексациялау, экологик белем, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш кеүек шарттарҙы төп закон нығытһа, был илдәге хәл-торошҡа тик ыңғай эффект бирәсәк, тип иҫәпләй респонденттар.
Читайте нас: