10 апрелгә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының 40 осрағы теркәлгән тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин онлайн брифингта.
COVID-19 вирусын йоҡторғандар араһында - Өфө, Дүртөйлө, Күмертау, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Сибай, Октябрьский ҡалалары, Әлшәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура райондарында йәшәүселәр, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре (Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан 9 кеше) бар.