+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2020, 22:55

Районда вирус бармы?

Коронавирусҡа бәйле яңылыҡтарҙы халыҡҡа ваҡытында еткереү маҡсатында бөгөндән район хакимиәте онлайн брифинг уҙғара башланы.

Бөгөнгө брифинг район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов етәкселеге аҫтында уҙҙы. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров әлеге ваҡытта ике кешенең коронавирус инфекцияһына шик менән стационарҙа ятыуы хаҡында хәбәр итте. Шик аҫтында булған алты кешенең анализ һөҙөмтәләре вирус юҡлығын күрһәткән. Баш табиб изоляция режимын, хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү хаҡында иҫкәртте.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Рәзинә Әғзәмова яңғыҙ йәшәгән оло кешеләргә, инвалидтарға ярҙам итеү маҡсатында ирекмәндәр ойошмаһы эшләүен белдерҙе, ярҙам кәрәк булғанда уларға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ төрлө ярҙам, дарыу тәҡдим итеп йөрөгән мут әҙәмдәргә ышанмауҙары, сит кешеләргә аҡса, карта номерҙарын әйтергә ярамауы хаҡында һөйләп уҙҙы.
э
Читайте нас: