+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2020, 23:10

Өйҙә яҡшыраҡ

Үтер был афәт тә. Тик ваҡытлыса өйҙә ҡалайыҡ.Хәлил урта мәктәбе уҡытыусыһы, ҡәләм оҫтаһы Фәнүзә Зиянбердинаның шиғри оранына ҡолаҡ һалығыҙ, йәмәғәт!

Хәрби мәлдә Левитандан
Килгән кеүек мәғлүмәт,
Ишетәбеҙ көндән көнгә
Тарала был ғәрәсәт.

Италия сценарийы
Ҡабатланмаҫ тимәйек,
Башты ташҡа бәрер хәлгә,
Зинһар өсөн, килмәйек.

Төрлө хәбәрҙәрҙе тыңлап
Ҡалмайыҡ беҙ отолоп,
Берҙәм булһаҡ мөмкин булыр
Был бәләнән ҡотолоп.

Хоҙай, бәлки, тимер һаулыҡ
Кемдәргәлер биргәндер,
Йән аямай, бошмаҫ йәшәү
Ғәҙәткә лә ингәндер.

Ауырыу йоҡһа ла улар,
Бәлки, еңер, бирешмәй,
Шуғалыр ҙа иҫкәртеү һәм
Тыйыу менән килешмәй.

Тик иҫләгеҙ: йәшәмәйгеҙ
Донъяла тик үҙегеҙ,
Сирле, ололар хаҡына
Бер аҙыраҡ түҙегеҙ.

Тотоп ҡарамайса башҡорт
Бер нигә лә ышанмай,
Тип әйтәләр, ә шулай ҙа
Булмайыҡсы аумаҡай.

Көслө һәм бай илдәр ҙә бит
Йүгәнләй алмай хатта,
Меңләп кеше үлә көндә,
Онотма ошо хаҡта!

Ҡапыл, күпләп ауырыһаҡ,
Бигерәк тә ауылда,
Етер микән бөтәбеҙгә
Кислород, ИВЛ-дар?

Беҙҙең ғәмһеҙлектән әгәр
Табиптар китһә сирләп,
Кемгә һалырбыҙ бәләне
Бөтә донъяны тиргәп?

Боғаҙыңдан алмаҫ борон
Коронавирус сире,
Дәүләт саҡырыуын тыңлап,
Эшләмәйәксе кире.

Өйҙә ултырығыҙ тигәс -
Йоҙаҡлан фатирыңда,
Сыҡһаң - йөрө маска кейеп
Кешеләр араһында.

Аныҡ ҡына берәү белмәй
Унан ҡотолоу юлын,
Шуның өсөн дә дыуамал
Ҡыланыштарҙан тыйыл.

Ҡул биреп иҫәнләшеүҙәр,
Кешеләрҙе ҡосаҡлау -
Хәҙер һаулығыңа аңһыҙ
Оло ҡурҡыныс янау.

Метр ярым ара булһын
Аралашҡан сағыңда,
Бәлки, кемдер ошо саҡта
Йоғошлолор яныңда?

Хәрәкәттә – бәрәкәт тип,
Әйтһәләр ҙә борондан,
Шөғөлләнеү әмәлен тап
Ситкә сыҡмай йортоңдан.

Кемдәргәлер был тыйыуҙар
Тойолалыр бик кәмит,
Әммә киҫкен хәлдә илдә
Булырға тейеш тәртип.

Башҡортҡа аҡыл һуң төшә,
Һуң төшһә лә мул төшә,
Тигән әйтем өнгә түгел,
Инмәһен хатта төшкә!

Күрһәтмәйек үҙебеҙҙе
Вайымһыҙ, наҙан итеп,
Беҙҙә лә бит вирус бик тиҙ
Бара таралып китеп.

Мәғәнәһеҙ үлем менән
Тәләфләнмәйек күпләп,
Хәүефле саҡта йәшәйек
Аҙымыбыҙҙы үлсәп.

Бер-беребеҙгә терәк булып
Был һынауҙарға түҙһәк,
Ҡолас йәйеп ҡаршы алыр
Тулы тормош – ҙур бүләк!

Тормош үҙ юлына төшөр
Һис шикһеҙ берәй заман,
Ул көндәрҙе күрер өсөн
Кешем, вирустан һаҡлан!
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: