Яҙыусы Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған спектакль тамашасылар һөйөүен яулауҙан тыш, юғары сәнғәт донъяһын шаулатып, Рәсәйҙең «Алтын битлек» театраль премияһы баһалама комиссияһының махсус призына лайыҡ булғайны.
Ябай ауыл халҡы нигеҙҙә уға тамаша ҡылыуҙан мәхрүм ҡалды. Бәхеткә күрә ҡайһы бер ауыл китапханаларында хасил булған берешәр дана китап ҡулдан-ҡулға китте. Ләкин ул ғына бөтәһенең дә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алманы.
Һәм бына һөйөнөс: «Рәсәй 1» телеканалы режиссер Егор Анашкин тарафынан төшөрөлгән «Зөләйха күҙҙәрен аса» сериалын тәҡдим итә. Премьера 13 апрелдә 21 сәғәттә уҙа. Ул 16 апрелгә тиклем бара. Төп ролде Сулпан Хаматова уйнай.