+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2020, 23:40

“Культура” каналында “Һеңлекәш” фильмы күрһәтелә

Ял көндәрендә "Һеңлекәш"те ҡарарға онотмағыҙ!

Мәктәп уҡыусылары өйҙә ҡалырға мәжбүр булған көндәрҙә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы инициативаһын күтәреп алып, Рәсәй буйынса Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмын күрһәтергә ҡарар итте.
Һуғыш осорон һүрәтләгән “Һеңлекәш” фильмын “Мотор Фильм Студия” кинокомпанияһы тарафынан РФ Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамы менән төшөрөлдө. Фильм былтыр М. Кәримдең 100 йыллығына ҡарата 19 сентябрҙә экранға сығарылды һәм бик күп кинофестивалдәрҙә юғары баһаланды. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һанаулы көндәр ҡалғанда уның бөтә ил тамашасылары хөкөмөнә сығарылыуы бик хуп.
“Һеңлекәш”те шәмбе, 18 апрелдә, “Культура” каналынан 19.45 сәғәттә һәм йәкшәмбе, 19 апрелдә, 10.05 сәғәттә ҡарай алаһығыҙ.
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: