+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2020, 23:05

Башҡорт теленән белемегеҙҙе тикшерергә теләйһегеҙме?

Улайһа, 25 апрелдә халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашығыҙ. Ул тәүгә онлайн-форматта уҙғарыла.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Акцияла ҡатнашыу өсөн алдан акцияның сайтында теркәлергә кәрәк.
25 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты буйынса) Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә», Instagram социаль селтәрҙәрендә, YouTube видеохостингыһында тура трансляция башлана:
1100-11.25 сәғәткә тиклем — башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
11.30 -11.55 сәғәткә тиклем — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
12.00-12.20 сәғәткә тиклем — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.
Диктанттың темаһын һәм тексын ойоштороусылар билдәләй.
Һәр кемдең халыҡ-ара диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, акцияның сайтында шәхси кабинет аша ебәрергә кәрәк.
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: