+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2020, 16:35

Вирус ҡотора

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы онлайн брифингта коронавирус буйынса яңы мәғлүмәт менән таныштырҙы. Сирлеләр артҡандан-арта...

Тулы изоляция режимының икенсе аҙнаһы ла үтте. Нисек булды ул? Әгәр тәүге аҙнала күпселек тәртип боҙмаҫҡа тырышһа, быныһында урамға, магазин тирәһенә сығыусылар йышайҙы. Өйҙә ултырып ялҡтылармы әллә вирус был тирәгә килеп етмәҫ тип уйланылармы, район үҙәгендә тегеләй-былай елеүсе машиналар ҙа артты. Был хәл башҡа урындарҙа ла күҙәтелгәндер, моғайын. Һәм һөҙөмтә көттөрмәне: тәүге аҙнала бер-ике сирле генә асыҡланһа, һуңғы аҙнала коронавирусҡа тарыусылар бермә-бер күбәйҙе
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса уҙған көндәлек брифингта илдәге һәм республикалағы хәлгә байҡау яһалды. Министр Максим Забелиндың әйтеүенсә, Башҡортостанда был мәкерле инфекция 107 кешелә асыҡланған, һуңғы тәүлектә 23 вирус йоҡтороу осрағы теркәлгән. 86 сирле дауаханаға һалынған, ҡалғандары ауырыу еңел формала үтеү сәбәпле, өй шарттарында дауалана. 8 кеше тулыһынса һауыҡҡан, бер сирле яман ауырыуҙы еңә алмай вафат булған. Коронавирусҡа шик менән табибтар күҙәтеүе аҫтына алынғандар – 262 кеше, шул иҫәптән 11 бала, улар стационарға һалынған.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак республикала бөтәһе 20961, ә һуңғы тәүлек эсендә ике меңгә яҡын тест эшләнеүен белдерҙе.
"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Венер Изекәйев республикала коронавирусҡа бәйле хәлде анализланы. Бөгөнгә Октябрьский, Бәләбәй үҙәк дауаханаларында, Стәрлетамаҡ һәм Бөрө ҡала дауаханаларында, Нефтекамалағы психоневрология интернатында, Раевка поликлиникаһында изоляция саралары үткәрелә.
Социаль селтәрҙәрҙә ҙур шау-шыу тыуҙырған Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында инфекция таралыу менән бәйле ваҡиғаға туҡталып, һаулыҡ һаҡлау министры хеҙмәткәрҙәр хәлде тулыһынса аңлап ҡабул итеүен, бөтә эпидемиологик сараларҙың үтәлеүен белдерҙе. Уның раҫлауынса, туҡланыу, ял итеү өсөн шарттар булдырылған. Пациенттар тамам һауыҡҡас, ике тапҡыр анализ тапшырып, инфекция булмауы раҫланғас, өйҙәренә ҡайтарыласаҡ. Дауаханалағы хәл менән яҡындан танышыу маҡсатында республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе барҙы: медицина учреждениеһы етәкселеге менән кәңәшмә уҙғарҙы, диагностика корпусын ҡараны. Карантин арҡаһында дауаханала ҡалған табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн туҡланыу ойошторолған, көнкүреш кәрәк-ярағы, дарыу препараттары менән тәьмин ителгәнлеген һорашты.
Брифингта шулай уҡ күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорау яңғыраны. Нисек тест үтергә һәм ҡайҙа? Дауаханаларҙа табип күрһәтмәһе буйынса ғына. Ҡалған осраҡтарҙа шәхси лабораторияларҙа коронавирусҡа тикшерелергә мөмкин. Инфекция булыу-булмауын белеү өсөн һәр кемгә түләүле тест үтеү мөмкинлеге бар.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак белдереүенсә, яҙ иртә килеүе арҡаһында республикала талпан ҡаҙалыу осраҡтары теркәлгән, өҫтәүенә сысҡан биҙгәгенә юлығыу хәүефе арта. Ул баҡса эштәрен һаҡланыу сараларын үтәп, битлек һәм бирсәткәләр кейеп башҡарырға саҡырҙы. Шулай уҡ дауаханаларҙағы карантиндарға бәйле, өйҙә үҙаллы дауаланыу дөрөҫ булмауын билдәләне. Сирләгән йәки ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә табиптарға мөрәжәғәт итеү хәйерле. Поликлиникалар әүәлге режимда эшләүен дауам итә, бары диспансерлаштырыу күсерелгән.
Брифингта тағы бер сетерекле һорауға яуап бирергә тура килде. Коронавирустан вафат булғандарҙы нисек ерләргә? Анна Казак әйтеүенсә, мәйет ерләү өсөн махсус хеҙмәт тарафынан әҙерләп тапшырыла. Шуның өсөн быны аңлап ҡабул итеү, бөтә эпидемиологик сараларҙы еренә еткереп үтәү мөһим, тип белдерҙе баш табип.
Бөтә донъяны ялмап алған мәкерле вирус көндән-көн нығыраҡ тарала. Был зәхмәткә ҡаршы көрәшеүҙең берҙән-бер ысулы - өйҙә ултырыу. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймайым тиһәгеҙ, бөтә ашығыс эш-йомоштарығыҙҙы ситкә ҡуйып тороғоҙ, урамға, кеше араһына сыҡмағыҙ. Мине вирус урап үтер тип һаулығығыҙға һәм ғүмерегеҙгә битараф булмағыҙ.
Читайте нас: