+4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2020, 21:30

Хәл яҡшырмай

Бөгөнгө онлайн брифингта коронавирустан үлеүселәр һаны артыуы билдәле булды.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә сирлеләр һаны 22 кешегә артҡан, уларҙың яртыһынан күберәге республика клиник дауаханаһы табиптары һәм пациенттары. Был хаҡта брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Бөгөнгә коронавирус йоҡтороусылар һаны 129-ға еткән. Стационарҙа күҙәтеү аҫтында 235 кеше тотола. Уҙған тәүлектә тағы ике үлем осрағы теркәлгән. 63 йәшлек ир менән 73 йәшлек ҡатын коронавирусты еңә алмаған.
Күренеүенсә, вирустан сирләгәндәр ҙә, вафат булғандар ҙа арта бара. Шуға күрә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен, санитар-гигиена талаптарын теүәл үтәргә кәрәк. Изоляция режимын тулыһынса үтәгән осраҡта яман ауырыу урап уҙасаҡ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Читайте нас: