«Телдәрҙе яҡлау һәм үҫтереү мотлаҡ. Беҙ дәүләт теле рус теле икәнлеген беләбеҙ, әммә илебеҙҙә йәшәүсе башҡа милләттәрҙең туған телдәре лә дәүләт кимәлендә яҡланырға һәм өйрәнелергә тейеш. Минең өсөн был бик мөһим. Һәр ваҡыт туған телем — татар теле, ә икенсе туған телем рус теле тип яҙам, сҡнки икеһендә лә берҙәй аралашам. Башҡортостанда дәүләт телдәре булараҡ рус һәм башҡорт телдәре өйрәтелеүе бик яҡшы», — тине ул.