Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2020, 00:20

Милли кейем көнөнөң программаһы

17 апрелдә республикала Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнө уңайынан саралар онлайн-форматта ойошторола.

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был көндә түбәндәге саралар уҙғарыла: — оҫталыҡ дәрестәре, видеолекциялар, күргәҙмәләр, презентациялар һәм дәрестәр. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто милли кейем аутентикаһына бәйле 26 сара әҙерләгән. Уларҙың бөтәһе лә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң YouTube-каналында шул уҡ исемле плейлистҡа урынлаштырыла: — Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусылар өсөн «Башҡорт халҡының милли кейеме» темаһына асыҡ онлайн дәрес. — Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре тураһында донъя художество мәҙәниәте, республика тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн онлайн дәрестәр (белем биреү учреждениеларының рәсми сайттарында); — «Милли кейемдәрҙә фото» республика флешмобы. «Бәйләнештә» һәм Instagram социаль селтәрҙәренә #нацкостюмрб #нацкостюм_дднрб #ялюблюнацкостюм хештегтары менән фотоһүрәттәр һалырға кәрәк. Ҡатнашыусыларҙың эштәре Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Бәйләнештә», Facebook һәм Instagram селтәрҙәрендәге рәсми аккаунттарына күсереп ҡуйыла. Ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре менән финал видеоролигы 2020 йылдың 18 апрелендә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Youtube-каналына урынлаштырыла; — Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Үҙенсәлек. Мәҙәниәт. Тарих. Этномода. Стиль» интернет-флешмобы. Милли кейемдәге фотоны #милликейем #национальныйкостюм #мкрб #рцнтрб #мыедины #беҙберҙәм хештегтары менән социаль селтәргә һалырға кәрәк. — башҡорт һәм рус милли кейеме элементтарын әҙерләү буйынса онлайн оҫталыҡ дәрестәре (Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәсми сайты, Instagram Facebook YouTube-канал). — Башҡортостан Республикаһы Милли музейы залдары буйлап милли кейемдәрҙең виртуаль күргәҙмәһе (рәсми сайт); — «Мин – милли кейемдә» бейеү флешмобы: Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле фондынан Рәсәй халыҡтары бейеүҙәрен күрһәтеү (рәсми сайт, YouTube-канал, «Бәйләнештә», Инстаграм). #өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас в