+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2020, 13:45

Путинды сирлеләр һаны артыуы борсой

Рәсәй Президенты илдәге хәлдәр буйынса онлайн кәңәшмә уҙғарҙы.

Рәсәйҙә коронавирус менән сирлеләр сәғәт һайын артҡандан-арта. Тап шуның өсөн В. Путин киләһе аҙналарҙа урындағы властар хәлде тотороҡландырыу өсөн барыһын да эшләргә тейешлеген билдәләне. Ил етәксеһе яуаплы белгестәрҙән сиргә ҡаршы көрәшкә, халыҡты һаҡлауға ниндәй өҫтәмә саралар күрелеүе менән ҡыҙыҡһынды. Булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, медицина персоналына һаҡланыу кәрәк-ярағы, төбәктәрҙәге хәлгә ҡарап елләтеү аппараты менән тәьмин итеүҙе кисектермәҫкә тип билдәләне Владимир Владимирович.
Читайте нас: