Амангилде ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы Рысҡужа, Ҡаҙмаш, Әбделғәзе, Амангилде, Үтәгән ауылдарындағы ойошмаларҙы берләштерә. Һәр ойошма үҙ тәңгәлендә төрлө яҡлы һәм күп йүнәлешле эш алып бара.
Ауыл биләмәһендә, район күләмендә ойошторолған һабантуй, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» кеүек ҙур күләмле байрамдарҙа, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуҙан тыш, һәр береһе үҙ ауылдарында ла үткәрелеп килгән дини һәм башҡа байрамдарҙың ҡап уртаһында ҡайнай.
Әммә ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаларының төп эше уйын-көлкө, байрамдар ойоштороуҙа ҡатнашыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Тәү маҡсаттарҙың береһе — ауыл халҡын йәмәғәт тормошона йәлеп итеүгә, сәләмәт йәшәйеште, айыҡлыҡты пропагандалауға, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Һуңғыһы буйынса иҫәптә торған, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр менән даими профилактик эш алып барыуҙы, йәш ғаиләләрҙең абруйын күтәреү маҡсатында уларҙы район, республика кимәлендәге төрлө спорт, мәҙәни сараларға алып сығыуҙы билдәләп китеү зарур. Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Янғындан зыян күргән, ауыр сиргә дусар булған ауылдаштар мәнфәғәтен ҡайғыртып, мәрхәмәтлек акцияларын ойоштороусылар булып та ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары сығыш яһай һәм иң беренсе булып үҙҙәре ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға. Яңғыҙ бала тәрбиәләүсе атайҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай, кәңәш-төңәш, һүҙ ярҙамының да көсө ҙур. Сетерекле хәлдәр килеп тыуғанда бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия, урындағы хакимиәт, мәктәптәр активы, район ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә рейдтар ҙа уҙғарыла. Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы тарафынан иғлан ителгән «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!», «Дармарка» акцияларынан да гүзәл заттарыбыҙ ситтә тороп ҡалмай. Һайлау, матбуғатҡа яҙылыу кампанияларында ла әүҙем эшләйҙәр.
Амангилде биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының эше йыш ҡына район хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ҡоролтай тарафынан баһаланып тора. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса биләмәбеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар советы районда иң яҡшы йәмәғәт ойошмаһы исеменә лайыҡ булһа, 2019 йыл буйынса Әбделғәзе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы (етәксеһе Ә. М. Ғәлләмова) был юғары исемде алды. 2017 йылда рысҡужалар (М. Н. Хәсәнова) рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Район башҡорттары ҡоролтайы ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә ойошторған «Сәләмәт ауыл» конкурсында беҙҙең биләмәнең биш ауылы ла ҡатнашып, һуңғы дүрт йыл эсендә һөҙөмтәле эштәр башҡарҙы. Үтәгәндәр — беренсе, ҡаҙмаштар — икенсе, әбделғәзеләр өсөнсө урынға сыҡты. Амангилде һәм Рысҡужа ауылдары айырым номинацияларҙа еңеүсе булды. Бүләккә бирелгән серти-фикаттарға ауыл халҡының дөйөм файҙаһына спорт кәрәк-яраҡтары, бильярд, теннис өҫтәлдәре һатып алынды. Был уңыштарҙа ла ауылым, халҡым тип янып йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлөшө тос булды.
Бынан тыш ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү менән бер рәттән, яңы йолаларҙы ойоштороуҙа ла ихласлыҡ күрһәтә.
Коронавирусҡа бәйле үҙизоляция режимы индерелгәнгә тиклем Рысҡужа ауылында ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы башланғысы менән Самауыр байрамы уҙҙы. Был байрам һәр башҡорт өйөнөң түрбашының йәме булған самауырға дан йырлау булһа, асылы ауылдың оло ихтирамға лайыҡ, үҙҙәрендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күркәм сифаттарын һаҡлаған олпат, сабыр, аҡыллы ҡәйнәләргә һәм әҙәпле, итәғәтле, күндәм килендәргә арналды. Уны ойоштороуға ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Мәғмүрә Хәсәнова күп көс һалды. Ғөмүмән, Самауыр байрамы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының планына ярашлы «Бәхетле ҡатын-ҡыҙ биләмәһе» тигән темаға арналды. Алға китеп шуны әйткем килә: ауыл биләмәһе буйынса киләһе уҙасаҡ сараларыбыҙ гүзәл заттарҙың сәләмәтлегенә, кәсеп-шөғөлдәренә, ғаиләнең, атайҙарҙың абруйын күтәреүгә, намыҫлы хеҙмәттә һыналған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡағылышлы буласаҡ. Һәр ауылда һәр төрлө тема алынасаҡ.
Сәхнәлә төрлө заман самауырҙарынан күргәҙмә ойошторолдо. Үҙ ғүмерендә күпте күргән ҙур еҙ самауыр түрҙән ғорур урын алһа, уның рәтенән көҙгө кеүек ялтырап торған самауырҙар теҙелеп китте. Әле ҡулланылышта булған хәҙерге электр самауырҙары ла, үҙ баһаһын белеп, ирәйешеп ултырҙы. Хатта мәктәп балаларының папье-маше техникаһы менән ҡағыҙҙан эшләп, матур биҙәктәр менән нағышланған самауыры ла күргәҙмәгә ҡуйылды.
Ә инде һый тулы ҙур өҫтәлдә, үҙе янына бөгөнгө сара ҡунаҡтарын саҡырып, оло сауамыр боһорап ҡайнап ултыра ине. Кисәне Рысҡужаның гармун оҫтаһы, йырсы Иршат Ихсанов «Грузин сәйе» йыры менән асты. Сара барышында бынан 50-60 йыл элек ауылға килен булып төшөп, бөгөн һағынып һөйләрлек оло тормош тәжрибәһе туплаған апайҙарҙың — Хөмәйрә Ҡорбанғәлина, Сәриә Асҡарова, Латифа һәм Хәснә Мостафиналар, Фатима Һибәтова, Мәҙинә Әхмәтованың хәтирәләрен тыңлап, берсә күҙҙәрҙе сылатып, берсә көлөшөп алдыҡ. Уларҙың яҙмыштары, ҡайны-ҡәйнәләре менән бер ҡыйыҡ аҫтында 20-30 йыл сабыр ғүмер итеүҙәре, ишле ғаилә мәшәҡәттәрен, тормош ауырлыҡтарын, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы бергә күтәреүҙәре — үҙе ҙур тормош һабағы, яҙылмаған китап, татыулыҡ билдәһе, килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәренең сәләмәт өлгөһө.
Самауыр артындағы сараны дауам итеп, ауылдың урта быуын килендәре Вәхиҙә Әүбәкерова, Тәслимә Хөснөтдинова, Фәрүәз Әхмәтова, Таңһылыу һәм Гөлсибәр Яҡуповалар бер-бер артлы һүҙ алды. Улар ҙа үҙҙәренең мул бирнә, самауыр, һандыҡ менән оҙатылып килен булып төшкән мәлдәренә ҡайтып ураны, кисәне бай эстәлекле хәтирәләре менән байытты, тормоштарында булып үткән ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе бәйән итте.
Һәр береһе ҙур тормош тәжрибәһенә эйә оҫта кәңәшсе, кәрәк ерендә тура һүҙле, хатта тәнҡитсе, телдең бәҫен дә, көсөн дә белгән, тос фекер ҡеүәһе туплаған был килен-ҡәйнәләр менән ғорурланырға ғына ҡала ауылдың бөгөнгө йәш килендәренә. Йәш килендәрҙән Айгөл һәм Шәүрә Һибәтовалар, Заһира Мостафина, Юлиә Асҡарова, Гөлнәзирә Вәлиева, Фәниә Зыяевалар ҙа, үҙ сиратында, сараға йәм өҫтәп, оло терәкле булып йәшәүсе ҡәйнәләренә сикһеҙ рәхмәттәрен әйтте. Сараны сағыу концерт номерҙары менән музыкаль яҡтан биҙәп, ауылдың уңған килене, клуб хужабикәһе Фирүзә Хөсәйенова алып барҙы. Өләсәйҙәрен һөйөндөрөп, Иҙрис Хөснөтдинов, Лена һәм Сәлиә Асҡаровалар бейеүҙәр бүләк итте.
Сара ҡәйнәле-киленлеләр араһында йөн иләү, йомғаҡ йомарлау буйынса уйын-ярыштар менән оҙатыла барҙы. Сама-уырға бәйле мәҡәл-әйтемдәр иҫкә төшөрөлдө, йомаҡтар ҡойолдо.
Ауылы берҙең — ғәме лә бер, тип йәшәй рысҡужалар. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, бар булмыштары менән өлгө булған, киләсәген хәстәрләгән ошондай ҡатын-ҡыҙҙар — аҡыллы ҡәйнәләр, уңған килендәр барҙа тормош алға барыр.
Амангилде ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.