Башҡортостанда 29 мең кеше Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата бер тапҡыр түләнә торған ярҙамды апрель аҙағына тиклем аласаҡ, тип белдерҙе республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Федераль ҡаҙнанан 75 мең һәм төбәк бюджетынан 25 мең һум – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына, элекке бәлиғ булмаған фашист концлагерҙары тотҡондарына, гетто һәм башҡа мәжбүри тотоу урындарында булғандарға биреләсәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда бындай ветерандар — 1 184 кеше.
Тыл ветерандары һәм Бөйөк Ватаны һуғышында һәләк булыусының тол ҡатыны
50 мең һум (федераль аҡса) + 5 мең һум (төбәк түләме) аласаҡ. Республикала 19 743 тыл ветераны һәм 7 715 Ватан һуғышында һәләк булыусының тол ҡатыны йәшәй.
Башҡортостанда 5 мең тирәһе кешенең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшләүҙәрен иҫбат итә алмауын (документтары юҡ)иҫәпкә алып, республика башлығы Радий Хәбиров уларға 5 мең һум түләргә ҡарар ҡабул итте.