Һуңғы тәүлектә коронавирус менән сирлеләр һаны тағы ҡырҡ ике кешегә артҡан. Шулай итеп, 16 апрелгә ҡарата республикала бөтәһе 191 кешелә вирус асыҡланған. 9 пациент йүнәлгән. Ҡыҙғанысҡа, 6 сирле донъя менән хушлашҡан. Тағы 336 кешелә сир булыу ихтималлығы бар, улар күҙәтеү аҫтында. Брифингта райондарҙан күпме ауырыу булыуы хаҡында мәғлүмәттәр килтерелде. Статистикаға ярашлы, ҡырҡ районда коронавирус табылған.