+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2020, 17:25

Сирлеләр ике йөҙҙән ашты

Бөгөнгө брифингта коронавирусҡа бәйле һуңғы яңылыҡтар еткерелде.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы тәүлектә сирлеләр һаны 22 кешегә артыуы хаҡында белдерҙе, 17 апрелгә ҡарата республикала бөтәһе 213 кеше коронавирус менән сирләй. Уларҙың 14-е тулыһынса һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа, 8 кеше вафат булған.
Рәсәй буйынса 32008 вирус менән сирләү осрағы теркәлгән, 2509 кеше ауырыуҙы еңгән. 273 сирлене әжәл аямаған.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы беҙҙең районда вирус теркәлмәгән, әммә был ауырыу урап үтер тигәнде аңлатмай. Изоляция режимын боҙмағыҙ, өйҙә ҡалығыҙ. Был һеҙҙең сәләмәтлегегеҙ өсөн кәрәк.
Читайте нас: