+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2020, 19:20

Тәүлек эсендә сирлеләр ныҡ артты

Коронавирус тағы 39 кешелә асыҡланған, һуңғы көндә йәнә ике үлем өҫтәлгән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уҙғарған онлайн брифингта коронавирусҡа бәйле яңы һандар яңғыраны. Тәүлек эсендә сирлеләр һаны ҡырҡа артҡан. Мәкерле вирус менән республикала бөтәһе 252 кеше ауырый тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Тәүлек эсендә тағы ике үлем теркәлгән.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак белдереүенсә, сирлеләрҙең кинәт артыуы тестар күберәк эшләнеүгә бәйле. Бигерәк тә Мәскәүҙән, башҡа вирус күп таралған төбәктәрҙән ҡайтыусылар араһында коронавирус күп табылған. Рәсәй буйынса 36793 кеше ауырый, һәләк булғандар һаны 313 кешегә еткән.
Читайте нас: