+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2020, 22:45

Сир сигенмәй

Бөгөнгө брифингта яңы мәғлүмәттәр - коронавирус күберәк тарала.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 297 кеше теркәлгән (бер тәүлектә 45 кеше өҫтәлгән). Һауығып сыҡҡандарҙың дөйөм һаны – 14. Уларҙың барыһы ла үҙен яҡшы тоя. 62 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. 209 кеше госпитализацияланған. Һуңғы тәүлектә 24 кеше коронавирус шиге аҫтында дауаханаға оҙатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булғандарға бер тәүлек эсендә тағы ике кеше өҫтәлгән. Уларҙың икеһе лә оҙайлы ваҡыт онкология сиренән дауаланған.
Читайте нас: