+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2020, 23:45

Хәл ҡатмарлаша

Республикала коронавирусҡа ҡағылышлы хәл ҡатмарлаша: сирлеләр һаны арта, ауырыуҙы еңә алмай үлгәндәр ҙә тиҫтәнән үтте.

Көн һайын уҙған онлайн брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикала коронавирус инфекцияһы менән 349 кеше сирләүен, һуңғы тәүлектә вирус 52 кешелә асыҡланыуын еткерҙе. Һауығып сыҡҡан 20 пациент үҙен яҡшы тоя. Коронавирус йоҡторған 74 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, тағы 241 сирле дауаханаға һалынған. Һуңғы тәүлектә 54 кеше коронавирус шиге аҫтында дауаханаға оҙатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булғандар һаны ун дүрт кешегә еткән.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһы барып етмәгән төбәк ҡалмауын, 85 субъектта ла сир осраҡтары теркәлеүен билдәләне. Башҡортостанда коронавирусҡа 38 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән (тәүлегенә 2200 самаһы).
Брифингта республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рима Бойцова ла ҡатнашты. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, аҙна башынан ғәмәлгә инәсәк үҙгәрештәргә туҡталып, пропуск системаһын аңлатты. Быға тиклем эш биреүселәр тарафынан тапшырылған пропусктар һәм белешмәләр ғәмәлдән сыға, уларҙы яңыртыу мотлаҡ. Был документтар эшкә барыу һәм ҡайтыу өсөн тәғәйенләнгән, башҡа маҡсатта ҡулланылырға тейеш түгел. Машинала аҙнаһына ике тапҡыр 90 минут эсендә ашығыс эштәрҙе башҡарып килергә мөмкин. Ҡаланан ситтәге баҡса участкаһына иһә аҙнаһына бер тапҡыр барыу рөхсәт ителә.
Республикала эшмәкәрлеге дауам иткән ойошма-предприятиеларҙың исемлеген doroga02.ru сайтында табырға мөмкин, унан тыш, республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтында ла үҙгәрештәр аңлатылған. Яңы пропуск өлгөһөн дә ошо сайттарҙан алырға була.
Читайте нас: