+18 °С
Облачно
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Йәмғиәт
20 Апреля 2020, 15:05
Ихатаңда ағас ултырт
Үҙизоляциялау режимына бәйле “Йәшел Башҡортостан” акцияһы быйыл өмәләрһеҙ уҙасаҡ.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер Борис Беляев белдереүенсә, акция торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көсө менән башҡарыласаҡ.
25 апрелдән алып 1 майға тиклем 670 муниципалитет биләмәһендә 50 мең самаһы ағас ултыртыласаҡ. Улар араһында шыршы, ҡарағай, ҡайын, йүкә, каштан, пирамидалы тирәк, миләш, гөлйемеш һәм башҡа ағастар бар.
Акцияла ҡатнашырға теләге булған кешеләр, уға ҡушылып үҙҙәренең ихатаһында ағас ултырта һәм министрлыҡ ойошторған фотобәйгелә көсөн һынай ала.
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"