Был шомло хәбәрҙе Мәскәүҙән шылтыратыусы, үҙен “Һаҡлыҡ банкы” хеҙмәткәремен тип таныштырыусы ҡыҙ еткерҙе. Итәғәтле һөйләшкән белгес исем-шәрифем буйынса өндәшеп, минең картамдан аҡса күсереү операцияһы башҡарылыуын, күсергән кеше Курск өлкәһенән булыуын әйтте һәм банкка был шикле тойолоуын, шуға операцияны туҡтатып тороуҙары хаҡында белдерҙе. Бындай көтөлмәгән хәлдән албырғап ҡалдым һәм хәҙер ни эшләргә тип һораным. Банк хеҙмәткәре борсолмағыҙ, мин һеҙгә ярҙам итер өсөн шылтыратам тигәс күңелемә әҙерәк йылы йүгерҙе. Картағыҙҙы юғалтманығыҙмы, ул әле үҙегеҙҙәме, сит кешеләргә пин-коды билдәле түгелме тигән һорауҙарға яуап ҡайтарҙым. Шунан минең телефоныма 900-ҙән картаны дистанцион резервлау буйынса смс хәбәр килде. Унда код яҙылған ине һәм теге остағы яғымлы тауыш уны бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты. Мин был ҡыҙға рәхмәтле булып, онлайн-банк аша аҡсамдың теүәллегенә ышанып, уның менән яҡын туғанымдай һөйләшә башланым. Шул саҡ белгес: “Хәҙер һеҙҙең банк картаһына бәйле телефон номерығыҙҙы мутлашыусылар үҙҙәренең номерына үҙгәртеп, аҡсағыҙҙы күсереүҙәре ихтимал” - тине. “Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе баш менеджер менән тоташтырам, тик бының өсөн картағыҙҙың йәки банк килешеү һандарын ғына әйтеп ебәрһәгеҙ”, - тип һораны. Мин аптырап, һуң һеҙ банк хеҙмәткәре бит, ниңә минең картамдың һандарын белеү кәрәк тинем. Ҡыҙ: “Банк регламенты буйынса талап ителә, мин һеҙҙән йәшерен мәғлүмәт һорамайым”, - тип яуапланы сабыр ғына. Әйтмәһәм нимә була тигәс, аҡсағыҙ юғаласаҡ, ун минут эсендә башҡа кеше иҫәбенә күсереләсәк, тине. Ҡурҡышымданмы, сараһыҙлыҡтанмы сумкамды алып, картаны ҡарай башланым. Шул саҡ ҡыҙым яныма килеп, кем менән һөйләшәүемде аңлап, карта һандарын әйтмәҫкә ҡушты. Картаны ҡулға тотоп, улай-былай әйләндергеләп ултырған ерҙән минең башҡа былар нисек мутлашыусы булһын, банк смс-тары килгән 900-ҙән хәбәр ебәрҙеләр бит, хәҙер бөтә аҡсам китә инде тип ҡот осто. Ни булһа ла булыр, әйтәм тигәндә генә ҡыҙым: “Әйҙә, тәүҙә банктың “Ҡыҙыу линия”һына шылтыратып ҡарайыҡ әле”, - тине. Карта артындағы телефон һандары буйынса шылтыратып: “Әле генә һеҙҙең банк хеҙмәткәре миңә шылтыратты, картамдан аҡса күсереүҙәре хаҡында хәбәр иттеләр”, - тип хәлде аңлаттым. Ниндәй номерҙан шылтыратыуҙарын һораны һәм мин атағас, уларҙың мутлашыусылар булыуын белдерҙе. Эйе, мин саҡ-саҡ мут әҙәмдәр тоҙағына эләкмәнем. Әгәр янымда һалҡын аҡыл менән эш иткән ҡыҙым булмаһа, аҡсанан ҡола ҡаҡҡан булыр инем. Банк хеҙмәткәре миңә йәшерен мәғлүмәт – карта, пинкод, смс-хәбәрҙәге һандарҙы бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты. Бер банк та ундай мәғлүмәт һорамай тип белдерҙе.
Бына шундай хәл үҙемдең башыма төшмәһә, еңел аҡса эшләргә теләүселәрҙең анһат ҡына алдыҡ схемаһына ышанырға була икәнен белмәҫ тә инем. Телефон аша мутлашыусылар хаҡында көнө-төнө уҡып, белеп торһам да албырғап, юғалып ҡалыуҙан хәлде дөрөҫ кенә баһалап булмай икән ул. Шуға уларҙың тоҙағына ҡабыусылар ҙа күп бит. Ошо урында был хәлгә нөктә ҡуйырға булыр ине. Тик кискә ҡарай тағы ла Мәскәүҙән шылтыраттылар. Был юлы икенсе номер. Алдым. Тик хәҙер мин хәйләләшергә булдым. Банк хеҙмәткәремен тип танытҡан ир ҙә мине исемләп белә. Был юлы карталағы аҡсаны Төмәндән күсерергә маташалар икән. Илдең төрлө тарафтарында йәшәүселәр ҡайҙан белә тиең мине. “Ҡалайтырға һуң?” - тип аптырап мөрәжәғәт итеүемде генә көткән белгес, борсолмағыҙ тип йыуатып ебәрҙе. “Картағыҙҙа күпме аҡса бар һуң?” - тип оялмай ҙа туп-тура һораны был. Хатта ҡапылғара нимә тип яуапларға белмәй, әллә, иҫләмәйем тигән булдым. Теге оста ныҡышып, тағы һорауҙы ҡабатланы, яҡынса булһа ла әйтегеҙ тип өҫтәне. Мин батырайып: “Һеҙ банк хеҙмәткәре, моғайын иҫәбемдә күпме ятҡанын беләгеҙҙер әле”, - тием. Һорау өсөнсөмө-дүртенсеме тапҡыр яңғырағас, мең һум тирәһе шикелле тип ялғанланым. “Ун меңме?” тип ҡабатлап һораны был. “Юҡ”, - тигәс әле генә ярҙам итергә теләгән “белгес” телефонын һүндерҙе.
Был ике осраҡ бер көндә булған хәл. Хәҙер бөтәһенең дә тиерлек тапҡан-таянған аҡсалары картала һаҡлана. Мутлашыусылар ҙа көндән-көн арта, еңел табыш эләктереү маҡсатында улар оҫтарғандан-оҫтара, яңы юл-ысулдар таба. Шуға сит-ят әҙәмдәрҙең әйткәндәренә ышанып, хәләл аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ. Карталарға бәйле бер мәғлүмәтте лә әйтергә ярамағанлығын иҫегеҙҙә тотоғоҙ.