+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2020, 22:20

Яңылыҡтар яҡшынан түгел

Брифингта ниндәй мәғлүмәт еткерелде?

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы онлайн брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 371 кеше теркәлгән (бер тәүлектә 22 кеше өҫтәлгән). 242 кеше госпитализацияланған, 87 сирле амбулатор шарттарҙа дауалана. Һуңғы тәүлектә 78 кеше пневмония диагнозы менән дауаханаға оҙатылған.
Һауығып сыҡҡандарҙың дөйөм һаны – 34 (бөгөн 14 кеше дауахананан ҡайтарылған). Уларҙың барыһы ла үҙен яҡшы тоя. Вафат булғандарҙың һаны үҙгәрешһеҙ – 14 кеше. Уларҙың туғыҙы – 60 йәштән өлкәнерәк, бер кеше – 40-тан йәшерәк. Бөтәһенең дә коронавирус йоҡҡанға тиклем ауыр хроник сирҙәрҙән яфаланғаны билдәле.
Читайте нас: