Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған бөгөнгө брифингта һуңғы тәүлектәге мәғлүмәттәр еткерелде. Сир тағы 25 кешелә асыҡланған, бөтәһе республикала 396 коронавирус осрағы асыҡланған. 38 пациент тулыһынса һауыҡҡан, 14-е ҡыҙғанысҡа ҡаршы вафат булған. Әлеге көндә 258 сирле стационарҙа, 86 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.