+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2020, 11:10

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индерелә

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаттары яҡын аралағы пленар ултырышта һайлау тураһындағы кодексҡа тейешле үҙгәрештәр индереүҙе ҡараясаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаттары яҡын аралағы пленар ултырышта һайлау тураһындағы кодексҡа тейешле үҙгәрештәр индереүҙе ҡараясаҡ.
« Пандемия ваҡытында һайлауҙар булмаясаҡ, сөнки бындай шарттарҙа үткәрелгән саралар һайлаусыларҙың һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс менән янай. Был хәлдең ни тиклем оҙайлы булыуын беҙ белмәйбеҙ, бәлки ҡабатланыуы ла мөмкин. Беҙгә тиҙ арала ошондай осраҡтарҙа нигеҙле рәүештә һайлауҙарҙы кисектереп тороусы закон ҡабул итер кәрәк», – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
«Әгәр һайлауҙы кисектереү тураһында ҡарар ҡабул ителһә, тейешле вәкәләте булған депутаттар юғары әҙерлек йәки ғәҙәттән тыш хәл режимы бөтөрөлгәнгә тиклем һәм яңы депутаттар составы һайланғанға тиклем үҙ бурыстарын башҡарасаҡ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ҡоролтай спикеры.
Читайте нас: