Ир–егеттәр һаны ҡатын–ҡыҙҙарға ҡарата тик 0–дән 29 йәшкә тиклем генә күберәк була, мең ҡатын–ҡыҙға 1050 ир–егет тура килә. Артабан өлкән йәштәге ҡатындар нисбәте ирҙәргә ҡарағанда арта бара. Мәҫәлән, 60 йәштән 89 йәшкә тиклемгеләр араһында, бер мең ҡатынға 569 ир тура килә. Халҡы артҡан төбәктәр булып үткән йылда Ингуш Республикаһы (5,5 % кешегә артҡан), Севастополдә (4,8 %), Ленинград өлкәһендә (4,7%), Чечен Республикаһында (4,5%), Мәскәү өлкәһе(3,6%) һанала.