Әбйәлилдәр ҙә изге ғәмәлгә ихлас ҡушылды. Йома көндө “Әбйәлил урман хужалығы”, Әбйәлил урмансылығы буйынса төбәк һәм Урмансыллыҡтар идаралығының Әбйәлил урмансыллығы буйынса бүлектәр коллективтары район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп һабантуй майҙанында яҡташтарыбыҙ, Советтар Союзы Геройҙары Таһир Тайып улы Кусимов, Ғәбдерәүеф Әбделғәней улы Дәүләтов һәм Григорий Тимофеевич Васевтар иҫтәлегенә иҫтәлегенә уларҙың исеме яҙылған баннер урынлаштырҙы һәм ағастар ултыртты. Был көндө бөтәһе өс мең йәш шыршы сәселде.