Республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса ағымдағы кампанияны хәүефһеҙ үткәреү өсөн коронавирус инфекцияһына тикшереү өсөн ете мең дана тест менән тәьмин итеүҙе һораны. Тестар армияға саҡырылыусы егеттәр, табиптар һәм хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре өсөн кәрәк.
Быйыл хәрби комиссариаттар алдан күҙалланған 23136 кешене саҡырмаясаҡ, исемлек ҡыҫҡартылған. Комиссиялар эше 6 майҙа башланасаҡ. 20-30 май осоронда 280 кеше хәрби хеҙмәт үтеү урынына юлланырға тейеш.
– Был бурыс еңелдән түгел. Егеттәргә медицина тикшереүе һәм саҡырыу пункттарына килгәнсе тест үткәрергә кәрәк. Алдан заявкалар әҙерләргә һәм уларҙы таратырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға мәсьәләне ентекләп өйрәнергә ҡушты.