+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2020, 00:10

Диктантҡа ҡушылығыҙ!

Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктант яҙыуҙа ҡатнашыуға 67 мең кеше теркәлгән.

Иртәгә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тәүге тапҡыр онлайн рәүештә уҙғарыла. Был донъялағы һәм илдәге эпидемиологик хәл менән бәйле.
Башҡорт теленән диктант 2015 йылдан бирле үткәрелә. 2019 йылда акцияла 69 687 кеше ҡатнашты һәм ул халыҡ-ара статусын алды. Ҡатнашыусыларҙың 3 511-е диктантты онлайн яҙҙы. Быйыл халыҡ-ара диктантта ҡатнашыу өсөн 67 мең кеше теркәлде.
Улар араһында Санкт-Петербург, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Кировоград, Мәскәү, Ноябрьск, Яҡут Республикаһы һәм Краснодар крайы вәкилдәре бар. Шулай уҡ башҡа илдәрҙән: Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан (Нурсолтан, Алматы), Швейцариянан (Женева), АҠШ-тан (Лос-Анджелес, Нью-Йорк), Испаниянан, Эстониянан, Төркиәнән (Истанбул, Анталия, Фетхие, Эскешихер), Германиянан (Берлин), Ҡытайҙан (Пекин, Гуанчжоу) ҡатнашыуға теләк белдергәндәр.
Диктантҡа:
1.Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы тура эфир ваҡытында;
  1. «Бәйләнештә» (https://vk.com/video-27097047_456247151 ), «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында(https://youtu.be/XTaPHuXGLvA );
  2. https://bashkdictant.ru/ сайтында ҡушылырға мөмкин.
  3. Тура трансляция:
    — сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
    — 12-се 30 минуттан 12 тула 5 минутҡа тиклем — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
    — сәғәт 12-нән 1-се 20 минутҡа ҡәҙәр – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.
    Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк.
    Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, https://bashkdictant.ru/ сайтында шәхси кабинет аша ебәрергә кәрәк.
    Бындай мөмкинлек булмаһа, эштәрҙе 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем [email protected] электрон почтаһына йәки Whatsapp мессенджерының +7 (927) 950-02 -66 һандарына ебәрергә мөмкин.
    Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә https://bashkdictant.ru/ сайтына ҡуйыла.
    #өйҙәЯҡшыраҡ
    Читайте нас: