+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2020, 19:25

Диктант берләштерҙе, ғорурлыҡ тойғоһо уятты

Быйыл донъялағы һәм илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле башҡорт теләнән халыҡ-ара диктант тулыһынса онлайн-форматта уҙҙы.

Башҡорт теленән региональ диктант яҙыу 2015 йылдан башлап йыл һайын уҙғарыла. Былтыр тәүге юбилей йылында был күркәм сара халыҡ-ара тигән статусҡа эйә булды һәм түңәрәкләп әйткәндә унда 70 мең самаһы кеше ҡатнашты, 3 мең ярым ҡатнашыусы диктантты онлайн-форматта яҙҙы. Быйыл донъялағы һәм илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле башҡорт теләнән халыҡ-ара диктант тулыһынса онлайн-форматта уҙҙы. Әйтергә кәрәк, Башдиктант сайтында теркәлеүселәр һаны 80 меңдән артып китте.
Диктантты һәр теләгән кеше рәхәтләнеп өйҙә, үҙенә уңайлы булғанса, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, «Бәйләнештә», «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингыһында һәм башдиктант.ру сайтында барған тура трансляция аша яҙҙы.
Башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн тексты мультиинструменталист һәм шоумен Заһир Зәйнетдинов, башҡорт телендә иркен аралашыусыларға «Башҡортостан» ДТРК-һының «Хәбәрҙәр» программаһы алып барыусыһы Флүрә Мурзина һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусыларға яҙыусы-сатирик, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Марсель Сәлимов уҡыны.
Диктантҡа Башҡортостан халҡынан тыш, Ҡаҙағстанда, Төркиәлә, Германияла, Францияла, Великобританияла, АҠШ-та һәм Канадала йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҡушылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров та мөһим акцияла ҡатнашты
-«Башҡорт диктанты» проекты ныҡ кәрәк. Ул беҙҙе, беренсенән, берләштерә. Икенсенән, башҡорт телен өйрәнергә яңы стимул бирәсәк. Был заманда беҙ бергә булырға тейешбеҙ. Барыбыҙға ла уңыштар теләйем! - тип хәйерле башланғыс бирҙе.
Төп башҡорттар йәшәгән райондарҙың береһе булараҡ әбйәлилдәр ҙә халыҡ-ара саранан ситтә ҡалманы. Район мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методик үҙәге методисы З. В. Ниғмәтова белдереүенсә, белем усаҡтарынан, балалар баҡсаларынан алынған мәғлүмәттәр буйынса диктант яҙыуға райондан 1900-ҙән ашыу кеше сайтта шәхси кабинет аша алдан теркәлеү үткән.
-Һәм был һан сик түгел, - ти Зөлфиә Васил ҡыҙы. - Сөнки бөтә кешеләрҙең дә бындай мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә кемдәр теркәлмәгән, яҙма эштәрҙе фотоға төшөрөп, 26 апрель төнгө 12 сәғәткә тиклем [email protected] электрон почтаһына йәки Whatsapp мессенджерының 8-927-950-02-66 һандарына ебәрә алаһығыҙ. Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә билдәле буласаҡ һәм https://bashkdictant.ru сайтына ҡуйыла.
Шуныһы ҡыуаныслы әбйәлилдәр башлыса башҡорт телендә иркен аралашыусы ҡатнашыусылар араһында белем көсөн һынаны, хатта өс тексты ла яҙып ҡараусылар булды. Район башлығы И. Т. Нафиҡов туған телде яҡшы белеүселәр сафында Әхтәм Ихсановтың «Саҡматояҡ аттарҙа» документаль повесынан өҙөктө яҙҙы. Текст ауыр бирелмәне. Ғөмүмән, халыҡ-ара диктантта өс блок буйынса ла тәҡдим ителгән текстар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналып, легендар 112-се кавалерия дивизияһының ҡаһармалығына дан йырланы. Генерал Шайморатов, яҡташыбыҙ ҡурайсы Ғәйфулла Сарбаев кеүек тарихи шәхестәр, шулай уҡ башҡа ҡурҡыу белмәҫ башҡорт яугирҙәре тураһында яҙғанда һәр кемдең күңелен ғорурлыҡ тойғоһо биләне.
#БашДиктант2020
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: