+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2020, 23:55

Һин дә “Еңеү вальсы”на ҡушыл!

Башҡортостан өйҙән сыҡмайынса «Еңеү вальсы»н башҡара.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап бөгөн республикала иң матур акцияларҙың береһе – «Еңеү вальсы» башланғыс алды.
«Һуғыш йылдарында өләсәй-олатайҙарыбыҙ ошо бейеүҙе башҡарған. Быйыл акцияла өйҙән сыҡмайынса, туғандар һәм яҡындар менән бергә ҡатнашырға мөмкин», — тип аңлатты йәштәр һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
7 майға тиклем теләгән һәр кем вальс бейегәнен видеоға төшөрөп, уны #ЕңеүВальсыБашҡортостан хештегы менән социаль селтәргә һала ала. Эстафетаны икенсе кешегә тапшырырға кәрәк.
«Оҫталарса бейеү мөһим түгел, иң мөһиме – байрам кәйефен һәм мөхитен тыуҙырыу. Вальстың аҙымдары бик ябай. Иң шәп видеоларҙы «Май вальсы» йыры менән дөйөм роликка берләштерәбеҙ. Уны телевидениела һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтәбеҙ», — тип яҙҙы Башҡортостандың Йәштәр һәм спорт министрлығы етәксеһе.
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: