Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктантты донъя буйынса 305 600 кеше яҙҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, диктант яҙыуҙа тотош Башҡортостандан менән бергә Рәсәйҙең 18 төбәге һәм 24 сит ил ҡатнашҡан.
Иң бәләкәй ҡатнашыусыға — 5 йәш, ул Баймаҡтан. Ә иң оло кешегә — 96 йәш, ул Ишембай районында йәшәй.
223 мең кеше bashkdictant.ru сайтында диктант яҙған.
Диктант башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр, башҡортса иркен аралашҡандар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙғандар өсөн ойошторолдо. Төньяҡ-көнбайыш диалектта диктантты 51 345 ҡатнашыусы яҙҙы.