-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2020, 21:00

Белоретҡа «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» исеме бирелде

Белоретҡа «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» тигән абруйлы халыҡ-ара исем бирелде. Был хаҡта Дәүләт-ара Герой-ҡалалар союзына һылтанма менән Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итте.

Белоретҡа «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» тигән абруйлы халыҡ-ара исем бирелде. Был хаҡта Дәүләт-ара Герой-ҡалалар союзына һылтанма менән Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итте.
Ҡалаларға бындай исем халыҡтың Икенсе донъя һуғышы йылдарында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн бирелә.
Был исемде алыу өсөн документтар йыйырға Белорет металлургия комбинатының Ветерандар советы тәҡдим иткән, уларҙы республиканың тау-металлургия профсоюзы, ҡала һәм район Советы, хакимиәте, Белореттың почётлы граждандары һәм ҡала тарихына вайымһыҙ булмағандар хуплаған.
«Беҙ исем алыу өсөн алты меңгә яҡын ҡултамға йыйҙыҡ, уны 1941-1945 йылдарҙа баҫылған «Белорецкий рабочий» гәзитенең бөтә һандары төпләменән материалдар менән нығыттыҡ, бик күп документтар тупланыҡ. Пандемия ҡыҙған осорҙа Белореттан Мәскәүгә курьер менән ебәрелгән документтар баш ҡалаға барып етмәҫ, ойоштороу комитеты исем биреү буйынса кәңәшмәне күсерер тип ныҡ ҡайғырҙыҡ. 9 майға ҡалаға бүләк эшләү теләге ҙур ине – беҙ быға өлгәштек. Был исем – беҙҙең дөйөм еңеү, белореттар!» — тип яҙҙы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: