-16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2020, 10:25

Республикала ҙур форум үтте

Башҡортостанда тәүге тапҡыр онлайн режимда халыҡ-ара форум уҙҙы.

Платформа асылыу менән унда 10 меңдән ашыу кеше теркәлде. Форумды Рәсәй, АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Италия, Франция, Япония, Ҡытай, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә, Швеция, Мексика һәм башҡа илдәрҙән кешеләр ҡараны. Сараны егерменән ашыу халыҡ-ара һәм федераль матбуғат саралары яҡтыртты.
Форум көн дауамында барҙы. Тәүге федераль пленар сессияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева, “Эшлекле Рәсәй” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше Алексей Релик, Рәсәй Президенты ҡарамағандағы эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов ҡатнашты.
Көндөң икенсе яртыһында халыҡ-ара пленар сессия булды Унда бөтә донъяға билдәле сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар, ғалимдар сығыш яһаны. Араларында иҡтисадсы, 2006 - 2014 йылдарҙа Швеция премьер-министры булған Фредрик Рейнфельдт, Евразия тикшеренеүҙәре институты президенты, Италияның элекке сит ил эштәре министры Франко Фраттини, Никарагуа президентының Рәсәй менән мөнәсәбәттәр мәсьәләһе буйынса рәйестәше Лауреано Факундо Ортега Мурильо, Никарагуаның финанс министры Иван Акоста, яҙыусы Ниссам Талеб, физик-теоретик, футурист Митио Каку, геосәйәсәт мәсьәләләре буйынса эксперт Параг Ханна, кинорежиссер, сценарист һәм продюсер Люк Бессон һәм башҡа мәртәбәле эксперттар булды.
Форумдың модераторҙары – “ВИД” телекомпанияһы генераль директоры һәм президенты Александр Любимов менән билдәле алып барыусы Ксения Собчак.
Форумдан һуң онлайн матбуғат конференцияһы ойошторолдо, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева, физик-теоретик, футуролог Митио Каку ҡатнашты һәм үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
Журналистарҙы пандемиянан һуң донъя иҡтисады үҫеше юлдары, коронавирустың таралыуына ҡаршы күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге, бизнесҡа ярҙам төрҙәре һәм башҡа һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда иҡтисад тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә йүнәлтелгән ике пакет ярҙам саралары 30 миллиард һум тәшкил итәсәк. Икенсе пакетты май байрамдарына тиклем раҫларға кәрәк. Унда республика ярҙамына өмөт итә алған тармаҡтар төрө арттырыласаҡ.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы экстремаль шарттарҙа эшләргә әҙер.
"Һәр ваҡыт иң насар эҙемтәләргә әҙер булырға кәрәк. Беҙ әле өс мең инфекция урыны булдырҙыҡ. Шул уҡ ваҡытта насарыраҡ хәлгә лә әҙербеҙ. Улар тормошҡа ашмаһын, - тине республика Башлығы. - Әҙер булһаҡ, көрсөктән сығыу еңелерәккә тура киләсәк".
Читайте нас: