Синоптиктар 2020 йыл тарихта иң эҫе биш йыл иҫәбенә инер тип вәғәҙәләй.
Был хаҡта Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд хәбәр итте.
— Быйылғы йәйҙә һауа температураһы, һис шикһеҙ, юғары булыр. Уның иң эҫе биш йыл иҫәбенә инеү ихтималлығы 99%, - тине Вильфанд.
Биш йыл рәттән температура күтәрелә, был глобаль йылыныу хаҡында һөйләй, тип өҫтәне ул.
Бынан алда Америка ғалимдары 2020 йыл 75% ихтималлыҡ менән тарихта иң эҫеһе булыр һәм иң йылы биш йыл иҫәбенә инер тип хәбәр иткәйне. Йәй эҫе булып, донъяны ялмаған вирус бөтөр тип ышанайыҡ.
+4 °С
Болотло