+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2020, 11:14

Утҡа ҡаршы көрәштә һынатмай

30 апрель — иң мәрхәмәтле, иң ҡыйыу һөнәр эйәләре — янғын һүндереүселәр көнө. Азамат Дауытов ошондай намыҫлы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе.

Янғын һағы хеҙмәте бик ҙур әһәмиәткә эйә. Бәлә-ҡаза була ҡалһа, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, кешеләрҙең ғүмерен һәм мөлкәтен ҡотҡарыу кеүек яуаплы бурыстар уларҙың иңенә һалынған. Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм юғары һөнәри оҫталыҡ, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тороу был хеҙмәт кешеләренә хас сифаттар. Улар бөтә көстө янғынды булдырмаҫ өсөн профилактик эшкә, утты тиҙ арала һүндереүгә, авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыуға йүнәлтә. Шәхси состав яҡшы физик әҙерлеккә эйә, махсус һаҡ саралары һәм кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.

— Беҙҙә, нигеҙҙә, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр тупланыуы янғын һүндереүселәр иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәргә мөмкинлек бирә, — ти 61-се янғын һүндереү начальнигы урынбаҫары Ш. Р. Шириязданов. — Шуларҙың береһе — А. Б. Дауытов.

Асҡар мәктәбендә белем алған Азамат Дауытов Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, ил алдындағы изге бурысын үтәргә юллана. Хеҙмәтен тултырып ҡайтыу менән Күсем руднигындағы янғын һүндереү часында хеҙмәт юлын башлай. Бында сменаның өлкән дежурныйы була, бер аҙҙан ҡарауыл начальнигы итеп үрләтелә.

2015 йылдан Азамат Баһауетдин улы Асҡарҙағы 61-се янғын һүндереү часында хеҙмәт итә. Ул бында ла ҡарауыл начальнигы вазифаһында. Үҙенә йөкмәтелгән бурысты урын-еренә еткереп үтәгән А. Б. Дауытов уҙған йыл йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы ҡотҡарыусы» тип билдәләнде һәм район хакимиәтенең дипломына һәм ҡиммәтле бүләгенә лайыҡ булды.

— Пандемия арҡаһында юғары әҙерлек режимы индерелеү сәбәпле, һәр саҡ ярҙамға әҙер булыуҙы тәьмин итеү өсөн янғын һүндереү часы көсәйтелгән режимда эшләүгә күсте. Йәғни хеҙ-мәткәрҙәр тәүлек аша дежурға баҫа. Береһе лә һынатмай, «Беҙ һеҙҙең һаҡта уяу торабыҙ, ә һеҙ өйҙә ҡалығыҙ!» тип, әбйәлилдәрҙең хәүефһеҙлеге һағында ышаныслы эшләй егеттәр, — тип дауам итә Шамил Рафаил улы. — Кешеләр карантинда булһа ла янғындар йышайҙы, көн дә тиерлек ут һүндереүгә сығабыҙ. Халыҡ сүп-сар яғып, хәүеф арттыра, йә ҡырға сығып, шешлек бешерәләр, һүндерелмәгән усаҡтан ҡоро үләнгә ут тоҡанырға ғына тора. Нисек кенә булһа ла, һәр кем янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡәтғи күҙәтергә тейеш, был кешеләрҙең хәүефһеҙлеге мәнфәғәтендә лә, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға ла булышлыҡ итә.

Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: