+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2020, 23:35

Йәйге ял нисек ойошторола?

Быйылғы шарттарҙа балаларҙың йәйге ялы ойошторолормо? Был һорау балаларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә бик борсой. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә уға яуап бирелде.

Йәйге лагерҙар 13 июлдән эш башлаясаҡ. Лагерҙарҙа йә 21-шәр көнлөк ике, йә 14-шәр көнлөк өс смена ойоштороласаҡ. Был турала Хөкүмәт вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров хәбәр итте.
Йәйге ялды ойоштороуға әҙерлек эштәрен 12 майҙан башлау күҙаллана. Шулай уҡ әгәр ата-әсә быға тиклем юллама һатып алған икән, уның өсөн аҡсаны кире ҡайтарып йәки башҡа сменаны һайлап була.
Барлыҡ лагерҙар ҙа һауаны зарарһыҙландырыу ҡорамалдары, контактһыҙ термометрҙар, антисептиктар менән тәьмин ителергә тейеш. Бының өсөн 1402 мәктәп яны лагеры өсөн 11 миллион 216 мең һум кимәлендә аҡса кәрәк.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, лагерҙарҙа ремонт эштәрен башҡарыу өсөн аҡса бүленгән, тик уларҙы артыҡ сарыфламай ғына тотонорға кәрәк.
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: