Республикала сирлеләр 935 кеше тәшкил итә, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Барлығы 77 474 лаборатор тикшереү үткәрелгән, 183 пациент һауығып сыҡҡан. Әле республика стационарҙарында 396 кеше дауалана. Ауыр хәлдәгеләр - 31 кеше (19-ы ИВЛ аппаратына тоташтырылған). 342 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 9 623 кешелә коронавирус табылған, 1763 пациент һауыҡҡан, 52 ауырыу вафат булған. Эпидемия осоронда барлығы 1 222 кеше һәләк булған, 15 013 пациент шәбәйгән. Әле табиптар күҙәтеүендә - 214 800 ауырыу.