-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2020, 13:15

77 мең ағас үҫентеһе ултыртылған

“Йәшел Башҡортостан” акцияһының беренсе этабы тамамланды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итеүенсә, сара барышында 77 мең төп үҫенте ултыртылған.
Акцияла ун ике меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Һандар, әлеге ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, былтырғыға ҡарағанда әҙерәк. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла кәрәкле һаҡланыу саралары таратылған. “Йәшел Башҡортостан”ға үҙ теләге менән эшҡыуарҙар ҙа ҡушылған.
Акция барышында 41 тематик аллея булдырылған.
“Йәшел Башҡортостан"ды республика халҡы күтәреп алды: өйҙәре тирәһендә ағас ултыртып, уны фотоға төшөрөп, #ЗеленаяБашкирияДома хэштегы аҫтында социаль селтәрҙәргә һалды.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһының икенсе этабы октябрь айына планлаштырылған.
Читайте нас: