+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2020, 10:30

9 Майҙы нисек билдәләйбеҙ?

Еңеү кѳнѳндә республикала байрам тантаналары уҙасаҡ, әммә күмәк халыҡ йәлеп ителмәйәсәк.

Эпидемиологик хәлгә бәйле республикала Еңеү кѳнѳндә байрам тантаналарына күмәк халыҡ йәлеп ителмәйәсәк. Байрам сараларының бер ѳлѳшѳ онлайн тәртиптә үтәсәк.
Был хаҡта Хѳкүмәттәге оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Муниципалитет башлыҡтары һәйкәлдәргә һәм обелискыларға веноктар, сәскәләр һаласаҡ.
"Бындай сараларҙа күмәк кеше ҡатнашырға тейеш түгел, халыҡты йыймағыҙ", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республикала “Полк 2020” интернет-порталы эшләй. Башҡортостан халҡы унда үҙ ҡаһармандары хаҡында мәғлүмәт урынлаштыра ала. Был “Үлемһеҙ полк”тың күсермәһе – ветерандар тураһында иҫтәлекте һаҡлау бурысын атҡарыуға булышлыҡ итә.
Республика Башлығы 9 Майҙа 21.00 сәғәттә “Бер минут тынлыҡ” Бөтә Рәсәй сараһына ҡушылыуҙы һораны.
7 майҙан ирекмәндәр ветерандарға бүләк итеп әҙерләнгән аҙыҡ-түлек тупланмаһын тарата башлаясаҡ. Уны республиканың 62 муниципалитетында йәшәгән 932 һуғыш ветераны аласаҡ.
Һүрәттә былтырғы Еңеү көнөнән күренеш.
Читайте нас: