+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2020, 10:10

Ун беренселәргә - планшеттар

Бөгөн сығарылыш класс уҡыусыларына планшеттар тапшырыласаҡ. Ҡиммәтле бүләкте аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләр аласаҡ.

"Берҙәм Рәсәй" партияһы тарафынан тормошҡа ашырылған "Өйҙә уҡырға ярҙам ит" федераль программаһы буйынса партияның йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә республиканың ҡала һәм райондарындағы ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн 500 планшет тапшырылды. Урындарҙа уларҙы сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға инһен өсөн ХI класс уҡыусыларына таратасаҡтар.
– Ҡатмарлы эпидемиологик осорҙа имтихан тапшырған балалар өсөн дистанциялы уҡыу мөмкинлектәре менән тулыһынса файҙаланыу мөһим. Ун беренсе кластар төрлө программаларҙан файҙаланып, сығарылыш имтихандарына әҙерләнә аласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың оло ярҙамы менән республикала ошо проект тормошҡа ашырыла, 500 планшет һатып алынды, – тине республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин.
Планшеттар дистанцион белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн тапшырыла. Улар "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһе секретары, республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Рәсәй юристары ассоциацияһы тарафынан бүленгән аҡсаға һатып алынған. Әлегә тиклем 200-гә яҡын ғаилә планшеттар менән тәьмин ителгәйне. Уларҙы төрлө кимәлдәге депутаттар, ойошмалар, эшҡыуарҙар, илдәге хәлгә битараф булмаған кешеләр тапшырҙы. Ҡайһы бер муниципалитеттар шулай уҡ ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән IХ класс уҡыусыларына ла компьютерҙар тапшырыу мәсьәләһен хәл итә.
Читайте нас: