+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2020, 11:50

Башҡортостан халҡы 9 Майҙы нисек уҙғарасаҡ?

Республика Хөкүмәтендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған брифинг уҙҙы.

Үҙҡурсаланыу шарттарында ҡалыусы Башҡортостан халҡына артабан да йоғошло вирустан һаҡланыуҙы дауам итергә, байрам көнөндә өйҙә ҡалырға, урамда йөрөмәҫкә әйтелде. Байрам айҡанлы бөтә сараларҙы ла телевизорҙан ҡараға мөмкин буласаҡ. Тура трансляциялар БСТ, “Рәсәй-Башҡортостан 24”, “Вся Уфа” телеканалдарында һәм ютубта күрһәтеләсәк.
Коронавирус пандемияһына бәйле күпселек саралар билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелһә лә, Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбировтың ҡарары менән ҡайһы бер төп саралар байрам көнөнә ҡалдырылды.
Шулай итеп, Башҡортостанда Еңеү көнөнөң иң сағыу һәм мөһим сараһы булып Рәсәй Геройы – легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың Алтын Йондоҙон ҡаршы алыу һәм уны Милли музейға тапшырыу торасаҡ, тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов. Көндөҙгә 12 сәғәттә Рәсәй Президенты В. В. Путин мөрәжәғәт итәсәк. 19 сәғәттә Бөтә Рәсәй “Тынлыҡ минуты” акцияһы уҙасаҡ. 23 сәғәткә бөтә муниципаль берәмектәрҙә лә байрам салюты планлаштырылған. 23.50 сәғәттә - Бөтә Рәсәй “Еңеү фонарҙәре” акцияһы. Премьер-министр урынбаҫары байрам ваҡытында хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү хаҡында ла иҫкәртте.
БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова барлыҡ мәҙәниәт учреждениелары ла виртуаль киңлектәрҙә әүҙем эш алып барыуын билдәләне. Аккаунттарҙа хәрби тематикаға концерттар, спектаклдәр, йырҙар һәм шиғырҙар даими яҡтыртыла тине.
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: